«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына быйыл нисә миллиард һум аҡса бүленә?



21.08.2019 "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына быйыл нисә миллиард һум аҡса бүленә?

Башҡортостанда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан быйылға арыу ғына аҡса йүнәлтелә.

Теүәлерәк һанағанда, былайыраҡ: үҙәктән 4,7 миллиард һум килә, бөтәһе 8,2 миллиард һум тотонорға ҡарар ителгән.

200 саҡрым тирәһе юл ремонтланасаҡ, һалынасаҡ.
Өфөлә Ағиҙел аша күпер төҙөү ҙә планда бар.

Әйткәндәй, юлдарҙы йүнәтеү һәм төҙөүҙән тыш, билдәләр ҡуйыу, барьер, тротуар һәм йәйәүлеләр өсөн кәртә-ҡоймалар, светофорҙар урынлаштырыу ҙа ҡаралған. Һәм, әлбиттә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәү өсөн фото-, видеофиксация комплекстары, ауырлыҡ үлсәү пункттары, интенсив хәрәкәт датчиктары ҡуйыу ҙа күаҙаллана.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға