«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡара һағыҙ! Кемегеҙ был тәмлекәсте иҫләй һәм эшләй?



20.08.2019 Ҡара һағыҙ! Кемегеҙ был тәмлекәсте иҫләй һәм эшләй?




Өләсәйемдең туҙ һағыҙын ҡайнатҡаны хәтерҙә. Һағыҙҙы әҙерләүе генә түгел, хатта тәме әле һаман тел осонда торған кеүек. Олатайым утынға ҡайын ағасы алып ҡайтһа, өләсәйем уларҙың ап-аҡ туҙын һыҙырып ҡом-туҙандан яҡшылап таҙартыр ине. Шунан аласыҡҡа алып инеп уны 1-2 сантиметрлы киҫәктәргә турай һәм сөгөн һауытҡа һала ла, һауа инмәҫлек итеп яҡшылап ябып утҡа ҡуя. (Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, һағыҙ эшләр өсөн туҙҙың шымаһы ғына ҡулланыла). Туҙ яйлап иреп шыйыҡланғас, ағас ҡалаҡ менән яйлап ҡына болғай. Ә туҙҙың хуш еҫе тирә-яҡҡа тарала. Иреп бөткәс аҡ май һалып тағы болғай һәм һыуытырға һыуға һалып ҡуя.
Ҡара һағыҙ һаулыҡ өсөн дә шифалы. Һағыҙ ашҡаҙанды эшләтә, тештәрҙе таҙарта, теш ҡаҙналарын нығыта, күңел болғаныуын баҫа, үҙәк көйгәндә лә ҡулланғандар, хатта тынысланыу өсөн дә файҙаланғандар.
Ә һеҙҙең арала әле лә ҡара һағыҙ ҡайнатыусылар бармы, әллә һатыуҙағыға өҫтөнлөк бирәһегеҙме?





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға