20.08.2019 Хеҙмәт министрлығы тәмәкеселәрҙең эш хаҡын ҡыҫҡартмаясаҡ
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәкеселәрҙең эш хаҡын ҡыҫҡартыу, ә тәмәке тартмағандарҙы матди яҡтан хуплау тәҡдимен еткергәйне. Тик хеҙмәт министрлығы хеҙмәт һәм хеҙмәткәрҙең эшлекле сифаттары менән бәйле булмаған факторҙар арҡаһында хоҡуҡты сикләү дөрөҫ түгел, тип яуапланы. Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш хаҡы – хеҙмәткәрҙең квалификацияһына, эштең ауырлығына, сифатына һәм шарттарына ярашлы, хеҙмәт өсөн баһа. Тәмәке тартыу – эш хаҡын билдәләгәндә иҫәпкә алына торған фактор түгел, ти министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. Шулай ҙа, эш биреүсе “хеҙмәт дисциплинаһы”н тәьмин итергә бурыслы, оҙайлы тәнәфестәр эш процесына аяҡ салмаҫҡа тейеш, тип өҫтәй белгестәр.
Быға тиклем һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәмәке тартҡан хеҙмәткәрҙәргә штрафтар системаһын булдырырға кәңәш иткәйне.
АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Канада һәм башҡа илдәрҙә тәмәке тартыусыларҙың эш хаҡы, тәмәке тартмағандарға ҡарағанда, 2 - 23 процентҡа кәмерәк.