20.08.2019 "Һеҙгә илдән сығыу тыйыла!"
Киләһе йылдан суд приставтары бурыслыларға илдән сығыуҙы тыйыу хаҡында смс аша хәбәр ебәрә башлаясаҡ.
Рәсәйҙән сығыуҙы сикләү тураһында хәбәр, әгәр ҙә бурыслы риза булһа, телефонға киләсәк. Юҡ икән, ул традицион ысул – бурыс күләме һәм тыйыу тураһында почта аша хат аласаҡ.