«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнә бер министр китергә теләй...



20.08.2019 Йәнә бер министр китергә теләй...

Республиканың тағы бер ведомствоһы етәксеһен алмаштыра.

БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин отставкаға китә. Был хаҡта ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итә, әммә әлегә рәсми иғлан юҡ шикелле.

Ул министрлыҡты 2012 йылдан бирле етәкләй. Эштән китергә теләүенең аныҡ ҡына сәбәбе билдәле түгел.

Былай Карпухинға Радий Хәбировтан арыу ғына тәнҡит тә эләккәйне эләгеүен. Быйыл апрелдә Стәрлетамаҡтағы "Станкостроение" заводының эшмәкәрлеге туҡталыуы арҡаһында ине, буғай, әр һүҙе.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға