«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вьетнам дөгөһөн ашамайыраҡ тороуығыҙ хәйерле



20.08.2019 Вьетнам дөгөһөн ашамайыраҡ тороуығыҙ хәйерле

Россельхознадзор Санкт - Петербургта хәүефле табышҡа юлыҡҡан – Вьетнамдан килтерелгән дөгөлә көмөрө себен (муха - горбатка) табылған. Бөжәктәр тауарҙың төргәген, контейнерҙың эске өлөшөн һырып алған булған. Барлығы 440 тонна дөгөгә зыян килеп, тауар яраҡһыҙ тип табылған.


Ветеринария һәм фитосанитария контроллеге федераль хеҙмәте был зарарлы йөктө индереүҙе тыйған. Закон буйынса, тауар хужаһы тауарҙы кире ҡайтарырға, зарарһыҙландырырға йәки юҡ итергә тейеш. Әлеге дөгөнөң яҙмышы нисек булғандыр, ведомство был хаҡта хәбәр итмәй.

Холера таратыусы көмөрө себен карантин индерелә торған үтә ағыулы һәм зыянлы бөжәк тип һанала. Уның йомортҡаларын аҙыҡ менән бергә ашаған кеше миаз сирҙәренә лә юлыға.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға