19.08.2019 Һүрәттәге ир - Ринат Вәлиуллин ғаиләне янғындан ҡотҡарған
Янғын төндә Үрге Ҡыйғы ауылында сыҡҡан. Шул мәлдә өй янынан үтеп барған Ринат ялҡынды күреп ҡалған.
Ут йорттоң верандаһына һәм ҡыйығына ҡапҡан булған. Ир тәҙрәне ярып, эскә ингән. Йоҡлап ятҡан хужаларҙы - ир менән ҡатынды уятып, уларға сығырға ярҙамлашҡан.
«Ринат мохтаждарға тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Өс йыл элек ул 54 йәшлек ауылдашын ут ялмап алған өйҙән алып сыҡҡан булған», - тип билдәләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.