«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эҫенән ҡотолоу сараһын тапҡандар



18.08.2019 Эҫенән ҡотолоу сараһын тапҡандар

Эҫенән ҡотолоу сараһын тапҡандарБеҙҙә халыҡ бигерәк ҡыҙыҡ инде. Һыуыҡ булһа, өшөйбөҙ, эҫе булһа, бешәбеҙ. Ямғыр яуһа, күп яуа, томан төшһә, ни булған, тип, "аһ-уаһ" киләбеҙ. Әле бына ике көн эҫегә әлһерәнек.

Бик ҡыҫҡа инде беҙҙә бындай йәй. Ошо аҙна ҡыуандырыр былай.

Эҫенән ҡотолоу юлы нимәлә, беләһегеҙме? Юлда! Эйе, юлда. Тик уның зәңгәр төҫтә булыуы шарт.

Катарҙа шундай тәжрибә үткәреп ҡарарға булғандар. Япония белгестәре менән бергә юлды зәңгәргә буяп ҡарайҙар. Баҡһаң, ҡара асфальт тиҙ эҫей. Сөнки ҡара төҫ эҫене үҙенә тарта.

Ә зәңгәргә буяу асфальт температураһын 15 - 20 градусҡа тиклем төшөрөр, тип күҙаллана.
Тәжрибә һөҙөмтәләрен йыл ярым тирәһе өйрәнәсәктәр икән.

Беҙгә нимә эшләргә? Беҙҙә бит юлды зәңгәргә буяу түгел, ҡараһын да ҡайһы саҡ йүнләп һалмайҙар. Зәңгәр күҙлек кейергә ыштули. Алһыу күҙлектә ялҡытып та киткәйне...

Әйткәндәй, синоптиктар фаразы буйынса аҙна 30 градус эҫелек менән башлана. Артабан ҡайҙалыр 25, ҡайҙалыр 27 градус эҫе буласаҡ һәм аҙна аҙағына урыны менән ямғыр яуасаҡ. Августың һуңғы аҙнаһы көҙгә тартымыраҡ булыр, моғайын.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға