«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эшләйһең икән - хәмер эсмә!



18.08.2019 Эшләйһең икән - хәмер эсмә!

Эшләйһең икән - хәмер эсмә!Эш биреүселәр предприятие хеҙмәткәрҙәрен алкоголь ҡулланыуҙа тикшерә башлауҙары ихтимал. Бының турала бөгөн "Известия" хәбәр итте.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был тәҡдимде "Эшләүселәрҙең һаулығын нығытыу" программаһына ярашлы эшләгән. Шуның менән производствола мәшғүл булыусылар аҙыраҡ йәрәхәтләнәсәк тиҙәр.

Проектта шулай уҡ хәмерһеҙ эш байрамдарын үткәреүҙе ойоштороу ҡаралған.

Тикшереү өсөн алкотестерҙар файҙаланыуы мөмкин.

Әйткәндәй, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 17 августа эш урындарында тәмәке тартыуға ҡаршы сыҡты.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға