17.08.2019 Ҡоштар самолеттарға дуҫ түгел
Мәскәү – Өфө самолеты алғы тәҙрәһенә ҡоштар бәрелеүе арҡаһында кире аэропортҡа ҡайтырға мәжбүр булған
«Һауа судноһы имен-һау ергә төшкән. Авиакомпания самолетты алмаштыра. Өфөгә осош Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 4-се 30 минутҡа билдәләнгән», - тип белдерҙе Utair вәкилдәре.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһының самолеты двигателенә ҡоштар бәрелеүе сәбәпле ашығыс рәүештә кукуруз баҫыуына ултырған. Пилоттарҙың оҫта эш итеүе арҡаһында бөтә пассажирҙар ҙа иҫән-һау.