16.08.2019 Өфө табиптары өҙөлгән ҡулды кире теккәндәр
Баш ҡаланың 21-се дауахана хирургтары оло мөғжизә яһаған - улар ауыр йәрәхәт алған ирҙең ҡулын һаҡлап ҡалған.
Һүрәттәге ир Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй, ул алты бала атаһы. Ошо көндәрҙә ул оло бәләгә юлыҡҡан - станокта эшләгәндә уң ҡулын өҙҙөргән.
Ирҙе ашығыс рәүештә дауаханаға илткәндәр. Ҡатмарлы операция бер нисә сәғәт дауам иткән. Төрлө йүнәлешле хирургтартар: травматологтар, ҡан тамыры хирургы ҡулды һаҡлап ҡалыр өсөн барыһын да эшләгән. Улар һөйәктәрҙе кире беркеткән, нервыларҙы, һеңерҙәрҙе ялғаған, тирене теккән. Ярай барыһы ла уңышлы тамамланған - зыян күргән ҡул яйлап кире үҙ хәленә ҡайта. 21-се дауахана табиптары быға тулы гарантия бирә, пациент элеккесә эшләй аласаҡ тип белдерә һәм ирҙең тиҙерәк һауығыуын теләй.