«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәштәрҙең үлеүе йәл



15.08.2019 Йәштәрҙең үлеүе йәл

Уҙған аҙнала Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында 17 йәшлек егет менән 16 йәшлек ҡыҙ үҙ ғүмерен ҡыйған.
Егеттең үле кәүҙәһен 6 август көнө йорттарының верандаһында табалар. Полицейскийҙар ваҡиға урынынан бау һәм кеҫә телефонын ала.
Дүрт көндән, йәғни 10 августа элек дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы шул уҡ юл менән был донъя менән бәхилләшә.
Үҫмерҙәр икеһе лә бер мәктәпкә уҡыған. Йәй башында 9 класты тамамлау тураһында өлгөргәнлек аттестаты алғандар.
Уларҙың үлеме лә бер-береһенә туранан-тура бәйләнгән булыуы ихтимал, ти урындағы халыҡ. Ысынлап та, егеттең үлеме ҡыҙға йоғонто яһауы ихтимал. Сөнки ул былай ҙа йыш ҡына депрессияға бирелеүсән булған. Социаль селтәрҙәрҙә, бер нисә тапҡыр был донъя менән хушлашырға уйлауы хаҡында, ла яҙып ҡалдырған.
Ә бына егеттән быны берәү ҙә көтмәгән. Дуҫтары ла уның һәр саҡ йылмайып-көлөп, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәүен билдәләй.
Йәл, әлбиттә. Йәштәрҙең аңһыҙ үлеме күңелде әрнетә. Донъяны аңламауҙан, кешегә ғүмерҙең бер тапҡыр ғына бирелеүен баһалап бөтмәүҙән шундай уйланылмаған аҙым яһауҙары аяныс.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға