«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фин белгесенә Рәсәйҙә рәхәт



15.08.2019 Фин белгесенә Рәсәйҙә рәхәт

Волейбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры, Финляндия белегесе Туомас Саммелбуо беҙҙең илдә эшләүе менән бәхетле икәнен белдерҙе.
«Мин үҙемде Рәсәйҙә сит ил кешеһе тип һынамайым. Бында миңә бар йәһәттән дә рәхәт. Командала һәйбәт коллектив йыйылған. Улар мине, мин уларҙы яҡшы аңлайым».
43 йәшлек фин белегесе, Рәсәй командаһын быйыл март айынан алып етәкләп, милләт-ара лигаһында еңеүсе булды һәм яңыраҡ уның тәрбиәләнеүселәре Олимпия уйындарына путевка яуланы. Шулай уҡ быға тиклем «Кузбасс» клубын етәкләп, Рәсәй беренселеге чемпионы була. Уйынсы булараҡ, икешәр миҙгел «Динамо-Янтарь» һәм «Локомотив» клубтарында сығыш яһай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға