15.08.2019
Баҫыуҙа - самолет?!
Бөгөн иртән "Урал авиалиниялары"ның 321-се Аэробусы Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына төшкән.Дөрөҫөрәге, мәжбүр булған. Пассажирҙарҙан берәү ҙә зыянланмаған. Самолет Мәскәү - Симферополь рейсы буйынса юлға сыҡҡан булған.
Баҫыу уртаһына төшкән һауа транспорты янына шундуҡ бөтә кәрәкле хеҙмәттәр килгән. Халыҡты урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Экстрен ултырыу сәбәбе: ҡоштар бик күп эләккәнлектән, аэробустың двигателдәре янып киткән.
226 кеше ғүмерен ҡотҡарыусы пилоттар: Дамир Йосопов менән Георгий Мурзаев.