«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинға "Таврида"ның ҡасан әҙер буласағы хаҡында һөйләнеләр



14.08.2019 Владимир Путинға "Таврида"ның ҡасан әҙер буласағы хаҡында һөйләнеләр

Рәсәй Президенты Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов менән осрашып, ярымутрауҙағы хәл-әхүәлдәрҙе белеште.

Аксенов белдереүенсә, эштәр яҡшы ғына барһа ла, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Дөйөм алғанда, биш йылда ҙур үҙгәрештәр булған, әлбиттә. Ярҙам итеүсе Хөкүмәт һәм Владимир Путин үҙе булмаһа, Ҡырым был яҡшы үҙгәрештәрҙе төшөндә лә күрмәҫ ине, моғайын.

Ҡырым күпере үҙе генә лә ни тора! Тиҙҙән был яҡтар беҙҙең иң яратҡан ял итеү урынына әүереләсәк.

Владимир Владимирович Сергей Аксеновтан "Таврида" юлы хаҡында ла һорашты.

Әле был трассаның 74 проценты әҙер. 2020 йылға эштәр тамамланасаҡ. Подрядсы графиктан алда ла бара әле.

Федераль маҡсатлы программа буйынса Симферополь - Евпатория - Мирный маршруты буйынса дүрт һыҙатлы юл һалына. Ул да 2020 йылға әҙер булырға тейеш. Әлн эштәрҙең 40 проценты башҡарылған.

Беләһегеҙ, Ҡырымға һәр яҡлап ярҙам күп. Башҡортостан да ваҡытында ныҡ иң ҡуйҙы. Ҡараһыубаҙар районы - беҙҙең яҡын дуҫ, шефлыҡҡа алған төбәгебеҙ.

- Һеҙҙең ышанысты аҡларбыҙ, - тине Аксенов әфәнде Путинға.
- Беләм, һеҙ һөҙөмтәле эшләйһегеҙ, - тип хуплап ебәрҙе Президент та.












Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға