13.08.2019 Подчуфарова артынан Якушева ла ҡайтырға булды
Рәсәй биатлонсыһы Ольга Якушева яратҡан шөғөлөнән киткәндән һуң, карьераһын йәнә дауам итергә булды.
Тик 27 йәшлек спортсы Рәсәй өсөн түгел ә Беларусь Республикаһы намыҫын яҡламаҡсы. Ул әйтеүенсә, команда етәкселеге менән ҡайһы бер үҙ-ара аңлашыумаҫлыҡтар арҡаһында, шундай ҡарарға килгән.
Заманында Якушева ярыштарҙан-ярышҡа ҙур үрҙәр яулап, киләсәккә ҙур өмөттәр бағалай. Тик тормошҡа иртә сығып, бала тапҡандан һуң һөҙөмтәләре юғала. Етәкселек менән килешмәүҙәр тыуа башлай. Ольга спорттан китергә мәжбүр була. Һәм бына яңыраҡ шөғөлөн дауам итеп, Беларусь биатлон федерацияһына мөрәжәғәт итә.
Быға тиклем икенсе бер биатлонсыбыҙ Ольга Подчуфарова ла яратҡан шөғөлөнән киткәндән һуң ҡабаттан ҡайтырға булды.