13.08.2019 "Ҡара ҡаҙыусылар", ҡасып ҡотолоғоҙ...
Башҡортостандың яңы тәғәйенләнгән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры алдында ҙур бурыстар тора.
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, Урал Искәндәров етәкләгән ведомствола эшләүселәр республика һәм халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа энергиялы булырға тейеш.
Иң беренсе сиратта беҙҙең Башҡортостандың тәбиғи байлығын - төҙөлөш ташын - рөхсәтһеҙ алыусыларҙы, эшкәртеүселәрҙе асыҡларға кәрәк. "Ҡара ҡаҙыусылар" (черные копатели) осрап тора. һуңғыларын Белорет районында тотҡандар. бер Силәбе фирмаһы лицензияһыҙ таш плита сығарған. Әйткәндәй, предприятие директоры элек законһыҙ урман ҡырҡыу буйынса хөкөм ителгән булған. Аңламаған бәндәләр була бит.
Бындай нелегалдарҙың булыуы беҙҙең үрҙә телгә алынған министрлыҡтың эшләп еткермәүенән.
- Если бы на месте сразу занимались: глава, территориальное подразделение Министерства, этого бы не было. Для меня не самоцель, что я уперся в этот камень, а самоцель — что Министерство в состоянии, когда принимается такие решения, доводить их до логического завершения. Это касается камня, вырубки лесов и так далее. Много есть чем заняться. Прошу обратить на это внимание, - тине Радий Хәбиров яңы министрға етди итеп.