«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн еңел юлдар яратмаған, гел ҡатмарлыҡтар аша йөрөргә ынтылған Баныуҙың яратҡан машинаһы - ГАЗ-66 тураһында һөйләшәйек



11.08.2019 Бөгөн еңел юлдар яратмаған, гел ҡатмарлыҡтар аша йөрөргә ынтылған Баныуҙың яратҡан машинаһы - ГАЗ-66 тураһында һөйләшәйек

Бөгөн еңел юлдар яратмаған, гел ҡатмарлыҡтар аша йөрөргә ынтылған Баныуҙың яратҡан машинаһы - ГАЗ-66 тураһында һөйләшәйекишәт шистой", "шишига", "шишарик", "шишка" исемдәрен йөрөткән был йөк автомашинаһы һаман да илебеҙҙә сәнәғәттә, ауыл хужалығында, шәхси ҡулдарҙа һәм Рәсәй армияһында киң ҡулланыла.

Был машинаның конструкцияһы шул тиклем компактлы, уны хеҙмәтләндереүе лә яйлы һәм осһоҙло булыуы уның конструкторы - Александр Просвирнинға бәйле.
Тәүге ГАЗ-66-лар 1957 йылда һынауҙарға ебәрелгән, 1964 йылдан иһә конвейер эшләй башлай. Машина иң тәүҙә хәрбиҙәргә эләгә һәм СССР менән Рәсәй Ҡораллы көстәре уны күпләп ҡуллана башлай.

Был автомобиль нимәһе менән отошло? Түбәндә ҡарайыҡ:
- кабина аҫтына урынлашҡан ЗМЗ-66 бензин двигателенең ҡеүәте 125 ат көсө тәшкил итә. Был сама көс моменты минутына 2 мең әйләнешкә тура килә. Тимәк юлһыҙ ерҙә, батҡаҡта йөк менән батҡанда машинаны моторҙы артыҡ көсләмәй генә сығарып була;

- юлһыҙ ерҙән үтеү мөмкинлеге. Машинаның ауырлығы алғы һәм артҡы күсәргә тигеҙ бүленгән. Бынан тыш, төбө һәм юл араһында ара бик ҙур, тәгәрмәстәре тыны кабинанан идара ителә һәм компрессорҙан тултырыла. Алғы һәм артҡы күперҙәр конструкцияһында кулачоклы дифференциалдар бар - улар машинаға текәнән, таштан үтергә мөмкинлек бирә. ГУР гидравлик көсәйткес булыуы рулде өйрөлтөүҙе еңел итә. Алда лебедка бар;

- машинаның ауырлығы алғы һәм артҡы күсәргә 50:50 нисбәтендә тигеҙ бүленгәне ВДВ-ға айырыуса оҡшаған. 66-сыны һауанан ташлағанда ул тәгәрмәстәренә тигеҙ ултыра десант вертолет-самолеттары люктарына еңел үтә, артыҡ ауыр ҙа түгел.

Хәрбиҙәр ГАЗ-66-ны ябай борт платформалы рәүешендә йөк ташыуҙа, тент һәм эскәмйәләр ҡуйып, һалдаттарҙы ултыртып йөрөүҙә ҡулланған. Бынан тыш, көплө будкалы һәм КУНГ кузовтарында ремонт оҫтаханалары, күсмә аш-һыу әҙерләү һәм икмәк бешереү пекарнялары, ДДУ дезинфекция ҡоролмалары, штаб-идара машиналары, радиостанциялар, медпункттар, автобустар кеүек моделдәр булған. Зенит орудиелары, "ГРАД" системаһы, автоматик миномет ҡоралдары ла ҡуйылған. Тик Афған һуғышы ғына был машинаның мина-маҙарҙан шартлағанда ныҡ хәүефле икәнен күрһәткән - капотлы "Урал" һәм "ЗиЛ-131"ҙәр был йәһәттән күпкә өҫтөн.
Машинаның етешһеҙлектәре лә бар. Ҡатмарлы трансмиссия, "тешле" тәгәрмәстәр яғыулыҡты күп исрафлай. "66"-ның олоп килеүен әллә ҡайҙан ишетергә һәм танырға мөмкин. Тиҙлек алмаштырыу рычагы ныҡ яйһыҙ, ҡулды артҡа йөрөтөргә кәрәк. Шулай ҙа өҫтөнлөктәре күберәк.

ГАЗ-66-ның һуңғы даналары бынан егерме йыл элек конвейерҙан сыҡты, уны капотлы "Садко" алмаштырҙы. Шулай ҙа был машина һаман да ҡулланыла, ул мәңгелек!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға