«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер-береңә ярҙам итеү-итмәү мәсьәләһе



10.08.2019 Бер-береңә ярҙам итеү-итмәү мәсьәләһе

Тә-әк, дуҫтар, башығыҙҙы ҡатырып алайым әле матур шәмбе иртәһендә smile

"Йәшлек" төркөмөнә халыҡ күберәк яҙылһын, тип тырышып, һораулама үткәргәндә, бер нисә кешегә уны төркөмдәренә урынлаштырыуҙы һорап, мөрәжәғәт ителгәйне. Һәм күптәр, рәхмәт төшкөрө, үтенесемде йыҡманы. Хатта ҡайһы бер ихлас, алдынғы уйлы, зыялы, киң күңелле кешеләр үҙҙәренең белдеге менән дә, әйтеүҙе, һорауҙы ла көтмәй, һорауламаны таратты. Уларға ярҙамым да тейгәне юҡ бит әле! Ә барыбер ниәтемде күтәреп алдылар. Ғәжәп кешеләргә ҙур рәхмәт!

Ә бына иң ышанған кеше үтенескә ҡолаҡ та һалманы, хатта яуап яҙырға ла тарһындымы, күпһендеме шул... Ни өсөн ышандым һуң уға? Бәлки, тәү сиратта, ул мөрәжәғәт иткәндә артымды ҡуйып тормағанғалыр, ә, бәлки... Хәҙер ошо хәл эсте бошороп тик тора. Бөгөн хатта уйҙарға батып, йоҡлай алмай сыҡтым. Шуға ла һеҙҙең дә башты ҡатырырға ултырам әле ул smile

Һеҙ бындай "игнор"ға нисек ҡарар инегеҙ?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға