«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 25 мең һум аҡса тү-тү...



10.08.2019 25 мең һум аҡса тү-тү...

Әллә күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, кешеләр муттарҙың тоҙағына һаманғаса эләгә.

Өфөлә йәшәүсе ҡатындың телефонына ят кеше шылтыратып, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәремен, картағыҙҙан аҡса алырға маташалар бит, тип ҡурҡыта. Тәүҙә шөрләгән ҡатын еңел тын ала: "Әй, ул картала минең аҡсам юҡ".

Шунда уҡ трубканы һалһасы... Ләкин мут әҙәм, тағы ла берәй картағыҙ бармы, булһа, уның реквизиттары ниндәй, тип һорағас, ҡатын "банк хеҙмәткәренә" мәғлүмәттәрҙе әйтеп тә бирә. Һәм картаһындағы 25 мең һум аҡсанан ҡолаҡ ҡаға.

Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған (159-сы ст. "Мутлыҡ").

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан енәйәтсене асыҡлауға йүнәлтелгән оператив саралар күрелә.

Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа тағы иҫкәртәбеҙ: банк картаһының номерын, кодты, шәхси мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә әйтмәгеҙ!

Банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла һеҙгә шылтыратып, карта буйынса операциялар тураһында хәбәр итмәй, реквизиттарҙы һорамай - быны бер ҡасан онотмағыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға