«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Копейка" - беренсе моделле "Жигули". Йәгеҙ, кемегеҙҙә был автомобиль булды?



10.08.2019 "Копейка" - беренсе моделле "Жигули". Йәгеҙ, кемегеҙҙә был автомобиль булды?

"Копейка" - беренсе моделле "Жигули". Йәгеҙ, кемегеҙҙә был автомобиль булды?53 йыл элек - 1966 йылдың 4 майында Италияның Турин ҡалаһында "ФИАТ" концерты СССР-ҙа автомобилдәр төҙөү предприятиеһын ҡороуҙа ҡатнашасаҡ тигән килешеүгә ҡул ҡуйылған.
1970 йылдың 19 апрелендә Тольяттиҙағы автомобилдәр заводының төп конвейеры тәүге алты ВАЗ-2101 "Жигули" автомобилен - тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған ФИАТ-124 моделен сығара.


НАМИ институты белгестәре ФИАТ машинаһына 2000-гә яҡын үҙгәреш индерә. Улар буласаҡ автомобилде Рәсәй тәбиғәте һәм совет ысынбарлығына ярашлы итә. Кузов нығытыла, юл менән араһы ҙурайтыла, моторҙы ҡул менән ҡабыҙырға "кәкре стартер" ҡуйыла, артҡы дискылы тормоздарҙы бысраҡҡа сыҙамлыраҡ тип барабанлы менән алмаштырыла, резина әйберҙәре һыуыҡҡа сыҙамлы ителә. Мейес ҡеүәте арттырыла, тышҡы көҙгө мотлаҡ ҡуйыла.

Кешеләр был машинаны тиҙ арала ярата, "копейка", "копье", "единичка" тип ҡушамат бирә.
Йәгеҙ, кемегеҙҙә был автомобиль булды? Фекерҙәр көтәбеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға