«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Машинағыҙҙы ҡараулы тотоғоҙ, автохлам, тип алып китмәһендәр...



09.08.2019 Машинағыҙҙы ҡараулы тотоғоҙ, автохлам, тип алып китмәһендәр...

Өфөнөң урам-ихаталарында ташландыҡ машина ҡалмаясаҡ. Ҡала мэрияһы автохламды табыу, асыҡлау, һаҡлау, юҡ итеү буйынса тәртипте раҫланы.

Быялалары ватыҡ, тәгәрмәсе тишек, үҙе тутыҡҡан һәм, әлбиттә, йылдар буйына ҡулланылмаған автомобиль хлам рәтенә инә.

Ундайҙарҙы асыҡлау менән баш ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы белгестәре шөғөлләнә.

Машинаны ҡарағас, хужаһына уны ихатанан (күп фатирлы йорттар алдынан) алыу өсөн 10 көн ваҡыт бирелә. Хужа быны эшләмәһә, махсус туҡталҡаға алып китәсәктәр.

Әгәр ҙә өс айҙа автомобиль эйәһе табылмаһа, уны, хужаһыҙ, тип, дәүләт милкенә күсерәсәктәр.

Тағы ла өс йылдан - утилгә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға