09.08.2019 Иҫәр булмағыҙ, ҡыҙҙар!
Бер юлы 600 ҡыҙға мөхәббәт белдергән...
Түбәнге Варта ҡалаһында йәшәүсе бер егет Өфө ҡыҙҙарына ғашиҡ булған. Бер юлы 600 сибәркәй уның йөрәген яулаған...
"Иҫерек инем" - тип аҡланған ул аҙаҡтан. Социаль селтәрҙән йөҙәрләгән ҡыҙға бер осорҙа Өфөгә килергә йыйыныуын белдереп хат ебәргән. Йәнәһе лә, ҡунаҡҡа килгәнендә ваҡытты күңелле үткәреү өсөн сибәр ҡыҙ эҙләй.
Нимәһе ҡыҙыҡ: сибәркәйҙәрҙең береһе лә осрашыуҙан баш тартмаған. Ярай "шаярыу" аҙағына тиклем барып етмәгән. Юғиһә, ҡыҙҙар йә бер-береһен, йә егетте ботарлар ине...