«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алюмин фольга. Ҡулланырғамы, юҡмы?



10.08.2019 Алюмин фольга. Ҡулланырғамы, юҡмы?

Ит, балыҡ, йәшелсәне беше­рергә, ҡамыр аштары көймәһен өсөн өҫтөн ҡаплап ҡуйырға был бик уңайлы әйбер. Ғалимдар уның организмға зыянлы булыуы хаҡында саң ҡаға. Юғары температуралы мейестә фольганан ризыҡҡа алюмин киҫәксәләре һеңә, ти улар. Температура 180 градустан күтәрелһә, хәүеф тә арта икән. Тәжрибә күр­һәтеүенсә, 40 минут буйы 200 градуста бешкән һыйыр итендә, сейенә ҡарағанда, алюмин 380 процентҡа күберәк булған! Ә тауыҡ итендә – 200 процентҡа!

Алюмин кәстрүлдең зыяны тура­һында ла ишеткән бар, тик уны ҡул­ланыштан алмайбыҙ. Ғалимдар аң­латыуынса, 1 килограмм кәүҙә ауыр­лығына 40 мкг алюмин тура килеүе – норма. Тимәк, 75 кило тартҡан ке­шенең организмына тәүлегенә 3 мг алюмин эләкһә, ҡурҡынысы юҡ. Күрһәткес тәүлегенә 50 мил­лиграмға артһа:
1) нервы күҙәнәктәрен үлтерә;
2) Альцгеймер сиренә дусар итә;
3) шеш барлыҡҡа килтерә;
4) гемоглобин үҫешен кәметә;
5) минералдар һәм витаминдар алмашыныуын насарайта һ.б.

Ә алюмин кәстрүлдә бешереп, алюмин тәрилкәгә һалып, алюмин ҡалаҡтан ашаған хәлдә лә, организмға бик аҙ миҡдарҙа эләгә. Шулай булмай ни, быға тиклем күбеһенсә ошондай һауыт-һаба ҡулланған быуындың һаулығына көнләшерлек.

Алюминдың кеше организмына химик ҡушылмалар һәм башҡа сығанаҡтарҙан инеүе бар. Тәм­ләткестәр, сәй, кукуруз, сыр, дарыу препараттары (мәҫәлән, фосфалюгель) аша булыуы мөмкин. Табиптар күкрәк яман шеше менән яфаланған ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙың лимфа төйөнсөк­тә­рендә алюмин­дың күп булыуын хәбәр итә. Ағыулы металл мейе үҫешен туҡ­тата икән, был балалар өсөн үтә хәүефле.
Франция, Италия, Англия, Германия, Бразилия, Голландияла һәм башҡа илдәрҙә фольганы бөтөн­ләй ҡулланмайҙар.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға