«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө өҫтөндә Себер төтөнөмө?



09.08.2019 Өфө өҫтөндә Себер төтөнөмө?

Томан - үҙе ғәҙәти һәм ябай бер тәбиғәт күренеше. Тик һуңғы ваҡытта төҫөмө, еҫеме, дөйөм сүрәтеме - аптырата.

Эйе, үҙебеҙҙе Лондонда йә йәнһүрәттәге терпе янында йәшәйбеҙ икән, тип хис итә башланыҡ.

Бер көндө тотош тиерлек Башҡортостанды томан баҫҡайны, был яман монар, тип ҡурҡтыҡ. Кемдәрҙер Себер янғынынан килгән төтөн, тине.

Бөгөн дә күрәбеҙ: баш ҡалала (шунда йәшәгәс ни) - томан. Ҡағиҙә булараҡ, ул иртән таралырға тейеш кеүек ине. Юҡ, торамы-тора.

Хатта, был томан тау кеүек баҫты, тиеүселәр осраны.

Ошо арҡала самолеттар төшә алмаған.

Ҡасан таралыры - билдәһеҙ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға