«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Куньлунь» хоккейсыһы «Ермак»ты туҡмай...



08.08.2019 «Куньлунь» хоккейсыһы «Ермак»ты туҡмай...

Хоккей буйынса Ҡытайҙа уҙған турнирҙа, Канада уйынсыһы Рәсәй хоккейсыларын туҡмай.
Урындағы «Куньлунь» командаһы менән беҙҙең «Ермак» клубы араһында булған осрашыуҙа, быйыл ғына Ҡытай командаһы менән килешеү төҙөгән 31 йәшлек Гарет Хан, уйындан һуң Рәсәй уйынсыларына йоҙроғон төйнәп ябырыла. Башта ул шлемы менән бер нисә хоккейсыға һелтәнгәндән һуң, һуңынан «Ермак»тың ҡапҡасыһына ла тондора.
Осрашыу 3:1 хужалар файҙаһына тамамлана.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға