«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көслө ел эште тамам боҙҙо



07.08.2019 Көслө ел эште тамам боҙҙо

Йәшел үлән тиһәк, алдаҡ икән

Көйһөҙ һауа торошо кәйефте боҙһа, көслө дауыл ағастарҙы ауҙара, ҡыйыҡтарҙы алып елләй. "Мәңгелек" тип гарантия бирелгән бағаналар, биналар емерелгәндә, сифатһыҙ башҡарылғандар сүп кенә икән.

Сифатһыҙ, тигәндәй... "Ватан" этнопаркына барған һайын, биш йондоҙло "HILTON GARDEN UFA RIVERSIDE" ҡунаҡханаһының матурлығына һоҡланып туймайым. Эсенә ингән юҡ, әлбиттә. Тыштан да ғәләмәт матур ул. Мөһәбәт бина, матур тәбиғәт, тирә яғы йәшеллеккә сумған. Рәхәтләнеп йөрөргә, аҡсаң булһа йәшәргә лә мөмкин.

Тик көслө ел эште боҙҙо ла ҡуйҙы. Йәшел газон тигәнебеҙ япма булған икән. Кисәге ел алдаҡты асты ла ҡуйҙы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға