«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылында оло сара



07.08.2019 Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылында оло сара

Республикала һигеҙенсе тапҡыр Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны ойошторола

17 августа "Иҙел башы" этнофорумы барышында Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылында "Ҡатай йәштәре йыйыны" үтә. Йола буйынса, байрамға Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан, Ҡурған, Силәбе, Пермь өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән Ҡатай ырыуы вәкилдәре килә.

Байрам сиктәрендә "Ҡатай һылыуы", "Ҡатай батыры — таш күтәреү", "Ҡатай көрәше", "Мәргән уҡсы", "Йәш Ҡатай" конкурстары, халыҡ оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола. МС Баш, Рәйел Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов, Айтуған Ғәйзуллин, "Тархан", танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнашлығында концерт, йәштәр өсөн дискотека була.

Йыйынды Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте ойоштора.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға