«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уильямс бер йылда 30 миллион долларға яҡын һуҡҡан...



07.08.2019 Уильямс бер йылда 30 миллион долларға яҡын һуҡҡан...

Донъяның билдәле «Forbes» журналы 2019 йылдағы иң килемле ҡатын-ҡыҙ спортсыларҙың исемлеген теркәне.
Беренсе урында йылына 29,2 миллион доллар аҡса һуғып, АҠШ тенниссыһы Серена Уильямс тора. Ул турнирҙарҙа 4,2 миллион доллар призовой аҡса эшләп, ҡалғанын бағыусыларынан килем алған. Икенсе-өсөнсө урындарҙы ла тенниссылар биләй. Япониянан Наоми Осака 24,7 миллион долларға байып, икенсе булһа, өсөнсөлә – Анжелик Кербер (11,8 миллион доллар). Беҙҙең теннисыбыҙ Мария Шарапова ла күптән уңышҡа ҡаҙанмауына ҡарамаҫтан, кеҫәһен 7 миллион долларға ҡалынайтҡан. 1 миллионын турнирҙа ҡатнашып һуҡһа, ҡалған 6 миллион долларҙы бағыусылары түләгән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға