06.08.2019 Бәхәс!
Хеҙмәттәшем Айбулат менән ны-ыҡ итеп бәхәсләшеп алдыҡ әле ул.
Былар бер-береһенә ручка, ҡәләм, органайзер бәрешеп, ҡыҙып алғас, ултырғыстарҙы елгәргәнме икән, тип уйлап ҡуймағыҙ тағын.
"Ны-ыҡ" тип шаяртам. Һүҙ көрәштереүҙең сәбәбе ошо төркөм менән бәйле. Мин, ивет, төркөмгә яҙылыусылар араһында аҡса оттороуҙы тәҡдим иткәйнем. Йәнәһе лә, аҙна һайын телефонға 200 һум аҡса!
Күктән төшкән аҡса бер кемдең дә кеҫәһен тишмәҫ ине әле ул. Күктән, тип, минең йомарт ҡулдан ул аҡса, йәғни билдәле журналист, башлап яҙыусы хикәйәсе, драматург булырға йыйыныусы, төрлө тамашаларға рәхәтләнеп сценарийҙар уйлап сығарыусы һәм тағы мең төрлө яҙыу-һыҙыу эшенән башҡа бер нимәгә артыҡ эшкинергә ынтылмаған Баныу Ҡаһарманованың янсығынан.
Биш аҙна дауамында биш еңеүсе билдәләнәсәк (рандом программаһы аша).
Шарттары әллә ни ҡатмарлы ла түгел: төркөмөбөҙгә яҙылып, ошо яҙыуҙы үҙеңдең сәхифәңә ҡуяһың да, таныш-дуҫтарыңды ла яҙылырға саҡыраһың да вәссәләм! Шуның менән эш тә тамам. Аҙаҡ, бәлки был аҡса минең өлөшкә эләгер, тип үҙ эшең менән булып тик йөрөйһөң.
Ҡыҙыҡ та инде, шулаймы? Ләкин Айбулат, юҡ менән булма, бер файҙаһы ла булмаясаҡ, тип ҡул һелтәне лә ҡуйҙысы.
Хәҙер шуға ла был мәсьәләне халыҡ хөкөмөнә сығарырға булдым әле ул. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, аҡса уйнатыуҙы үткәрергәме-юҡмы?
Бындай бәхәс тыумаҫ та ине әле ул, әгәр ҙә беҙ "Йәшлек" гәзитен яратмаһаҡ. Күңел һалып, күҙ нурын түгеп эшләгән гәзитебеҙҙе күберәк кеше уҡыһын, тип тырышып ятҡан көн. Баҫманы алдырмаған хәлдә лә, исмаһам, төркөмдә яңылыҡтарҙы ҡарап барһындар, тибеҙ...