«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көн һайын 100 грамм кишер ашаһаң...



06.08.2019 Көн һайын 100 грамм кишер ашаһаң...

Көнөнә 100 грамм кишер ашаһаң, нимә була, беләһегеҙме? Беләһегеҙҙер. Сөнки ул бит бик файҙалы йәшелсә.

Кишерҙең файҙаһы күҙгә генә түгел.

Һанап үтәйек әле:

- энергия бирә
- иммунитетты яҡшырта
- кальцийға байыта
- бауырҙы таҙарта
- йөрәк мускулдарын нығыта
- күҙәнәктәрҙе ҡартайыуҙан һаҡлай, йәғни тирегеҙҙе шымарта
- холестеринды ҡыуа
- ҡан тамырҙарының стенаһын таҙарта
- нервыларҙы тынысландыра
- теш ҡаҙнаһын һәм эмален нығыта
- арыуҙы бөтөрә
- аппетитты яҡшырта
- кәйефте күтәрә

Үәт, кише-еер!

Әммә файҙалы нәмәнең зыяны ла бар икәнен онотмағыҙ!

Артыҡ ашаһағыҙ, башығыҙ ауыртыр, уҡшырһығыҙ. Эсәклектә проблема булғанда ла һаҡлыҡ менән ашарға кәрәк.

Шулай итеп, ҡыҫҡаса әйткәндә, көн һайын 100 грамм кишер (уртаса ҙурлыҡтағы берәү була) ашап, беҙ иммунитетты нығытабыҙ, токсиндарҙан ҡотолабыҙ, йәшәрәбеҙ һәм һәр саҡ сәләмәт ҡалабыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға