«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Диспансерлаштырыу дауам итә



06.08.2019 Диспансерлаштырыу дауам итә

БР һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 6 айында Башҡортостанда диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын 366812 кеше үткән. План буйынса, 2019 йылда барлығы 764740 кеше диспансерлаштырыуға йәлеп ителергә тейеш..

Әйткәндәй, республикала бының өсөн айырым көндәр билдәләнгән. Йәғни быйыл был медицина тикшреүен үтергә тейешле граждандар һәр аҙнаның шаршамбыһында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем һәм шәмбе көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән төшкө 3-кә тиклем үҙе йәшәгән урын буйынса медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итә ала. Өҫтәүенә, был көндә ул эштән дә һорап китә ала, ә уға эш көнө иҫәпләнәсәк.





Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға