«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөжүм осраҡтары йышая бара...



05.08.2019 Һөжүм осраҡтары йышая бара...

Республикала ҡырағай йәнлек-хайуандарҙың кешегә ташланыу осрағы йышайған.

Йыл башынан алып ҡотороҡҡа ҡаршы вакцина (антирабическая) яһатырға 5723 кеше мөрәжәғәт иткән.

Шулар араһында 1851-е 17 йәшкә етмәгәндәр. Үткән йыл был күрһәткес һигеҙ процентҡа кәмерәк булған. Бәхеткә күрә, ҡотороҡ сире йоҡтороусылар теркәлмәгән. Һуңғы тапҡыр беҙҙә кеше 2013 йылда төлкөнән был сирҙе йоҡторған.

Ветеринар хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, был йылдың тәүге алты айында республиканың 11 төбәгендә ҡотороҡ осрағы теркәлгән. Шаран, Дыуан, Борай райондарында - төлкө, Баҡалы, Бүздәктә - һеләүһен, Өфөлә һәм Бишбүләк районында - бурһыҡ, Миәкәлә - эт, Учалыла һәм тағы ла Миәкәлә эре малдың ҡотороуы билдәле.

Ҡырға-фәлән сыҡһағыҙ, йә ауыл урамында һаҡ йөрөгөҙ.

Тәбиғәт кенә түгел, ундағы йән эйәләре лә аптырашта ҡалдыра ла баһаң... Кеше лә шул иҫәптә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға