«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хөкүмәттә мал аҙығын әҙерләү тураһында һөйләштеләр



05.08.2019 Хөкүмәттә мал аҙығын әҙерләү тураһында һөйләштеләр

Бөгөн БР Хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә мал аҙығы әҙерләү буйынса һорауҙар ҡаралды. Был тема буйынса Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов сығыш яһаны.

Быйыл аграрийҙар 770 мең тонна бесән, 1,6 млн т сенаж һәм 1,2 млн т силос әҙерләргә тейеш. Был күләмдә шартлы мал башына 28 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.

Илшат Илдус улы әйтеүенсә, насар һауа торошо арҡаһында күп йыллыҡтарҙың беренсе сабыу үлән күләме алдағы йылдарға ҡарағанда 35-40%-ҡа кәмерәк. Әле шартлы мал башына 15 ц аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Икенсе сабыу ваҡыты етеп килә, унан 8 ц аҙыҡ берәмеге туплау күҙаллана. Кукуруза силосы тағы да 4 центнер а.б. килтерә ала.
Былтырҙан ҡалған мал аҙығы запасын - 45 мең тонна бесән, 150 мең т сенаж, 155 мең т силос һәм 45 мең т һаламды ла оноторға ярамай.

Нуриман, Хәйбулла, Архангель, Борай, Благовещен райондары эште ойошҡанлы алып бара. Уларҙа шартлы мал башына 20 центнерҙан ашыу аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән.

Ҡайһы бер муниципалитеттарҙарҙа, айырыуса Урал аръяғында эш буйынса хәлдәр киҫкен ҡала бирә. Уларға күрше райондар ярҙам итәсәк. Әле Баймаҡ районына Архангелдән мал аҙығы ташыу башланды, тип белдерҙе Илшат Фәйзрахманов.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға