«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорттарға ярҙам итергә һүҙ ҡуйыштылар



05.08.2019 Башҡорттарға ярҙам итергә һүҙ ҡуйыштылар

Ике етәксе Өфөлә осрашты. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Силәбе өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Текслер формаль булмаған шарттарҙа һөйләшеп алды.

Әңгәмә төрлө тармаҡта төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, берлектә сәнәғәт һәм туризм буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу перспективалары тураһында барҙы.

- Силәбе өлкәһе - беҙҙең күрше, ҡәрҙәштәр. Бында 150 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уларҙың үҙҙәрен яҡшы тойоуы, милли мәҙәниәттәре үҫеүе, туған телдәрен өйрәнеүгә мөмкинлектәр булыуы беҙгә бик мөһим. Бөтә яҡлап та булышлыҡ итәсәкбеҙ. Хатта ярҙамды көсәйтәсәкбеҙ: матди яҡтан да, методик яҡтан да, - тине Радий Хәбиров.

- Мин Башҡортостан тигәндә һәр ваҡыт айырым бер хис тоям. Сөнки Рәсәйҙең энергетика министр урынбаҫары, "Башнефть" компанияһының директорҙар советы рәйесе булғанда йыш килеп йөрөнөм, республиканы яҡшы беләм.Беҙҙең төбәктәрҙе электән ныҡлы хеҙмәттәшлек бәйләй. Өлкәбеҙ ҙур, күп милләтле. халыҡтарҙы, мәҙәниәттәрҙе берҙәмләштереү йәһәтенән, башҡорттар, әлбиттә, төп урынды алып тора. Һис шикһеҙ, уларға һәр яҡлап та ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Алексей Текслер.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға