«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өс йәшкә тиклемге балаға тәғәйен пособие тураһында яңылыҡ бар



03.08.2019 Өс йәшкә тиклемге балаға тәғәйен пособие тураһында яңылыҡ бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған законға ярашлы, беренсе һәм икенсе балаһы өсөн пособиеға хоҡуҡлы ғаиләләр һаны артасаҡ.

Һүҙ өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр хаҡында.

Документта яҙылыуынса, хәҙер ай һайын түләүҙе килеме йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан артмаған ғаиләләр аласаҡ. Бығаса пособие килеме "минимум"дан 1,5 тапҡырҙан күп булмаған ғаиләләргә түләнә ине.

Аҡса балаға өс йәш тулғансы килеп торасаҡ. Үҙгәрештәр 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.

Башҡортостанда йәшәү минимумы хеҙмәткә яраҡлылар өсөн 9500 һум тирәһе. Ике "минимум", тимәк, 19 мең һум. Шунан сығып иҫәпләгеҙ инде.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға