02.08.2019 Фәхишәне талаған, туҡмаған, етмәһә...
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты 24 йәшлек сит ил кешеһенә ҡарата енәйәт эше буйынса тикшереүҙе тамамланы.
Егет көсләүҙә, талауҙа ғәйепләнә.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, Нигериянан килгән егет интернетта 41 йәшлек фәхишә менән таныша ла, клиент булып килеп, уға бысаҡ менән янап, көсләп, туҡмап, талап, сығып ҡаса.
Фәхишәгә физик йәрәхәттәр менән бер рәттән 34 мең һумлыҡ зыян килтерелә. Ҡара тәнле көсләүсе ҡатындың дүрт мобиль телефонын, планшетын урлай.
Фәхишә тиҙ генә полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың ойошҡанлы эшләүе һөҙөмтәһендә енәйәтсене ҡыҫҡа ваҡытта табалар. Сит ил кешеһе баш ҡалалағы бер хостелда була.
Ул үҙенең ҡылғанын инҡар итә. Әммә дәлилдәр етерлек була шул.
Хәҙер барыһын да суд хәл итәсәк.