«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуыҡ менән бергә ауырыу ҙа килә, тиҙәр...



02.08.2019 Һыуыҡ менән бергә ауырыу ҙа килә, тиҙәр...

Август һалҡын була, тип яҙғайныҡ инде. Беҙ уйлап сығарған нәмә түгел, синоптиктар фаразы был.

Ә беҙ һеҙгә һаулыҡ һаҡлау тураһында белгестәрҙең кәңәшен генә еткермәксебеҙ.

Баҡһаң, илдең ҡайһы бер төбәгендә аномаль һыуыҡтар булыуы ихтимал. Табиптар иһә был көндәрҙә сәләмәтлегегеҙгә айырыуса иғтибарлы булығыҙ, тип иҫкәртә.

Бигерәк тә оло кешеләр тиҙ генә сырхап барыусан. Йәнә лә хроник сирлеләргә лә һаҡ булырға кәрәк, ти иммунолог Даниил Щепеляев.

Көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүе һәр кешегә лә йоғонто яһауы мөмкин. Һаулығына битараф ҡараусылар ҙа күп беҙҙә.

Һыуыҡ августа бәғзе бер сирҙәрҙең аҙып китеүе лә бар.

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Аллаһ. Бәлки, ауырып-фәлән киткәндә тиҙ ярҙам итә торған дарыуҙар менән дә запасланып ҡуйырһығыҙ.

Аяҡ һыуланмаһа, асыҡ елдә ҡалмаһағыҙ, йылыраҡ кейенһәгеҙ, августы матур ғына итеп оҙатып та ебәрерһегеҙ. Сентябрҙә әбейҙәр сыуағы бар...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға