«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй йөҙөүселәре иң уңышлы чемпионат уҙғарҙы



04.08.2019 Рәсәй йөҙөүселәре иң уңышлы чемпионат уҙғарҙы

Көньяҡ Кореяла һыу спорты төрө буйынса донъя чемпионаты тамамланды.

Һуңғы ярыш көнөндә Рәсәй йөҙөү­селәре бер көмөш һәм ике бронза миҙал менән ҡумтаһын байытты. Беҙҙең бил­дәле Юлия Ефимова, йәнә бронза миҙал яулап, уҙған беренселектән бер алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал менән ҡайтты. Хәҙер ул донъя беренселегенең алты тапҡыр чемпионы булып һанала. Шулай уҡ Евгений Рылов та быға тиклем яулаған “алтын” менән “көмөш” янына тағы бер “көмөш”өн һалып ҡуйҙы. Шул уҡ дистанцияла донъя рекордсмены Климент Колесников финишта өсөнсө булды.
Шулай итеп, Рәсәй йыйылма коман­даһы, бөтәһе 12 алтын, 11 көмөш һәм 7 бронза миҙал яулап, командалар ара­һында өсөнсө булһа ла, үҙ тарихында иң һөҙөмтәле чемпионаттарҙың береһен уҙғарҙы. Беренсе урында – Ҡытай (16 – 11 – 3). АҠШ – икенсе (15 – 11 – 10).





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға