02.08.2019 Өфөләр! Һыуҙан ҡурҡмағыҙ!
Кисә-элекке көндән бирле Өфөнөң социаль селтәрҙәрендә Иҙәк йылғаһына һыуҙы бысратыусы матдәләр ташланған тигән хәбәр йөрөй.
Ошо хәлгә ҡарата "Өфөводоканал" МУП-ы лабораторияһы асыҡлыҡ индерҙе. Предприятие Ҡариҙел йылғаһын һәм баш ҡаланы эсәр һыу менән тәьмин иткән сығанаҡты даими контролдә тота. Эсәр һыу норматив талаптарға яуап бирә. Зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы артыуы теркәлмәгән.