«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғәҙелһеҙлек: берәү сусҡа кеүек ҡылана, ә икенсе кеше...



01.08.2019 Ғәҙелһеҙлек: берәү сусҡа кеүек ҡылана, ә икенсе кеше...

Баймаҡтар таҙарта, башҡалар бысрата

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы активистары Граф күле ярын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса сираттағы өмә үткәрҙе. Унда ауыл хакимиәте, клуб хеҙмәткәрҙәре, ауылдың "Парк" округы егеттәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Иртәгә иһә райондың Йәштәр комитеты Талҡаҫ күле буйын һәм Ишкилде тауы итәген ҡыйҙан таҙартыу буйынса ошондай уҡ сара үткәрә. Баймаҡтарға афарин, тип кенә әйтергә ҡала. Әммә матур тәбиғәтле районда йәшәүсе халыҡҡа бер ҙә генә көнләшмәйем. Сит-яттар ял итергә килеп, тәбиғәтте бысрата. Ә район халҡы таҙарта. Бына ҡайҙа ул ғәҙелһеҙлек!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға