«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Популяр артист тыуған ауылына бүләк яһаны



01.08.2019 Популяр артист тыуған ауылына бүләк яһаны

"Венер шишмәһе" нә барып һыу эсегеҙ

Башҡортостандаң атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы Венер Камалов тыуған ауылына, яҡташтарына оло бүләк яһаны: Миәкә районының Исламғол ауылына ингән ерҙәге шишмәне таҙалап, кәртәләп ҡуйҙы. Был күренекле шәхестең Исламғолдоң 250 йыллыҡ юбилейына ҡарата үткәрелгән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамына эшләнгән үҙенсәлекле бүләге булды. Ә яҡташтары рәхмәт йөҙөнән, саф һыулы шифалы шишмәне "Венер шишмәһе" тип атаны.
Юлығыҙ Миәкә тарафтарына төшәме? Мотлаҡ Исламғолға барып, шишмә һыуын тәмләп ҡарағыҙ. Бәлки һеҙ ҙә йырлай башларһығыҙ...





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға