«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйҙең һуңғы айы менән, дуҫтар!



01.08.2019 Йәйҙең һуңғы айы менән, дуҫтар!

Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәүсе тоғро дуҫыбыҙ Хәлиҙә апай Ишдәүләтова август айына шиғыр арнап яҙған.

Йәйҙең һуңғы айы етте,
Эшләйһе эш етерлек.
Малға бесән эшләр кәрәк,
Малды ҡышын көтөрлөк.

Утынын да һатып алып,
Ташып, бысып, ярырға.
Ҡыш көндәре рәхәтләнеп,
Ҡоро утын яғырға.

Баҡсаларҙа картуф көтә,
"Сейә"ләре күбәйгән.
Силәк-силәк йыя торғас,
Силәк сите бүлтәйгән.

Бесән ташып бөтөү менән,
Картуф ҡаҙа башлайбыҙ.
Бер михнәттең мең рәхәте,
Ҡышын тәмләп ашайбыҙ.

Һағ(ы)нып көтәбеҙ ҙә йәйҙе,
Үтеп китә елдереп.
Сит яҡтарҙан йәй көндәрен,
Булмай микән сәлдереп!?





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға