«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни өсөн ирҙәрҙең кәрзине ауырыраҡ һәм ҡиммәтерәк?



31.07.2019 Ни өсөн ирҙәрҙең кәрзине ауырыраҡ һәм ҡиммәтерәк?

Уйлап табалар бит, ә?! Ҡулланыусылар кәрзинен ирҙәрҙекенә, ҡатындарҙыҡына айырып бүлергә булғандар.

Балалар, ҡарттар ҙа бар бит әле тағы. Беләһегеҙ, "ҡулланыусы кәрзине"нә (потребительская корзина) тормошта кәрәк булған минималь аҙыҡ-түлек, хеҙмәттәр инә. Уның күләмен федераль закон менән билдәләгәндәр. Шул кәрзин нигеҙендә йәшәү минимумы иҫәпләнә. Хеҙмәткә яраҡлы кешеләрҙең кәрзиненә төрлө түләү, һалымды ла һалалар.

Аҙыҡ-түлектән икмәк, макарон, он, ярмалар, картуф, йәшелсә, шәкәр, ит, балыҡ кеүек мөһим ризыҡтар бар.
Хәҙер ир-аттыҡын, ҡатын-ҡыҙҙыҡын айырым бүлһәләр, нисегерәк булыр икән?

Яҡынса тәҡдимдәр буйынса "ҡулланыусы кәрзине"нең айлыҡ ауырлығы үлсәнгән. Ирҙәрҙеке - 980 кг, ҡатындарҙыҡы 837 кг тарта. Ниңә улай?

Тауарҙарҙың дөйөм ауырлығы ла күтәрелгән. Йыйылмала пенсионерҙар өсөн емеш-еләк ике тапҡыр ауырайған, балаларға 17 процентҡа, эш кешеләренә - 50. Ит, һөт, балыҡ ризыҡтары, күкәй, йәшелсә кеүектәрҙе лә яңы вариантта (йәғни кәрзиндең яңыса тултырылғанында) күберәк ашарға тейешбеҙ.

Хаҡын иҫәпләгәндәр ҙә, ҡыҙыҡ ҡына сумма килеп сыҡҡан. Шуға ярашлы, ирҙәр өсөн йәшәү минимумы айына бер кешегә 16 мең һум булырға тейеш, ҡатын-ҡыҙға - 13 700 һум. Уҡыусы балаларға - 14,9, пенсионерҙарға - 13,2, балалар баҡсаһына йөрөүселәргә - 10,3, өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға 8,6 мең һум тура килә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға