«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Спартак”та донъя чемпионы уйнаясаҡ



31.07.2019 “Спартак”та донъя чемпионы уйнаясаҡ

Футбол буйынса Германия йыйылма командаһы ярымһаҡсыһы, донъя чемпионы Андре Шюррле карьераһын Мәскәүҙең “Спартак” клубында дауам итәсәк.
28 йәшлек футболсы билдәле дормундтың “Боруссия” командаһында һаналып, уҙған миҙгел “Фулхэм” (Англия) клубында арендала була. “Спартак” етәкселеге лә уны арендаға алып, һуңынан 8 миллион евроға һатып алмаҡсы. 20-се һан аҫтында сығыш яһаясаҡ Шюррле, “Спартак”та йылына 3 миллион евро эш хаҡы аласаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға