«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ипотека түләй алмаһаң - каникулға сыҡ



31.07.2019 Ипотека түләй алмаһаң - каникулға сыҡ

Бөгөндән Рәсәйҙә ауыр тормош хәленә ҡалған граждандарға "ипотека каникулдары" тураһында закон ғәмәлгә инде.

Хәҙер займ алыусы эш урынын юғалтыу, ҡаты ауырыуға дусар булыу кеүек ауыр хәлгә ҡалһа, ул банкка мөрәжәғәт итеп кредит хеҙмәтләндереүендә пауза ала ала. "Каникул"ды ярты йыл дауамында алырға мөмкин. Ошо мәл эсендә түләмәй торорға йәки иғәнәләрҙең суммаһын кәметергә була - был осраҡта штраф һалынмай.

Айлыҡ взностарҙы индермәй тороу кредит тарихында сағылмаясаҡ тиҙәр. Был мәл граждан үҙе йәшәгән һәм залогта торған берҙән-бер торлаҡты тартып алыу ҙа тыйыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға