«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡыллы күренгең килһә, был һүҙҙәрҙе әйтмә



30.07.2019 Аҡыллы күренгең килһә, был һүҙҙәрҙе әйтмә

Бөгөн донъя көткәндә кәрәк буласаҡ кәңәштәр биреүселәр күбәйҙе. Бына шундайҙаҙың береһе - бизнес-консультант, психолог Трэвис Брэдбериҙан ҡыҙыҡ ҡына кәңәштәр.

Әгәр аҡыллы булып күренгегеҙ килһә, түбәндәге фразаларҙы әйтмәгеҙ, ти был белгес. Юҡһа, карьерағыҙға зыян килеүе ихтимал.

"Һәр ваҡыт шулай эшләнек"
Шулай эшләгәнегеҙгә хәҙер күп һыуҙар аҡҡандыр инде. Сөнки технологиялар көн һайын яңыра. Был һүҙҙәр һеҙҙең артта ҡалғанлығығыҙҙы күрһәтәсәк.

"Бер минуттан әҙер буласаҡ"
Был һүҙҙәр һеҙҙең ашыҡ-бошоҡ эшләүегеҙҙе күрһәтеүе мөмкин. Ысынлап та 60 секундта эшләй алһағыҙ ғына әйтегеҙ.

"Ул - ялҡау, наҙан, компетентһыҙ"
Коллегағыҙ тураһында былай әйтеү һеҙҙең кимәлде күрһәтә. Әгәр ҙә кеше тәнҡиткә лайыҡлы икән, тирә-яҡтағылар уны һеҙ әйтмәһәгеҙ ҙә аңлаясаҡ.

"Был хеҙмәт килешеүендә юҡ"
Әгәр начальник вазифағыҙҙан тыш эш ҡуша икән (әлбиттә, этика ҡағиҙәләренән сыҡмаған), уны тыңлап, матур ғына итеп башҡарып ҡуйыу хәйерле. Һуңынан ғына бурыстарығыҙ хаҡында һөйләшергә була.

"Был эште күралмайым"
Был һүҙегеҙҙе коллективығыҙҙа берәйһе ишетһә, һеҙҙең турала яҡшы уйламаясаҡ. Етмәһә, ул башҡаларға "ҡотортҡос" булараҡ та тәьҫир итеүе бар. Түрәгеҙ коллективты кем "ҡужғытыуын" белеп ҡалһа, ишек төбөндә һеҙҙең вазифаға килергә теләүселәр ҙә күп торһа, хушлашыуығыҙ ҙа ихтимал. Күралмағас ни...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға