«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин ФАС башлығы менән нимә хаҡында һөйләште?



30.07.2019 Владимир Путин ФАС башлығы менән нимә хаҡында һөйләште?

Рәсәй Президенты кисә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт (ФАС) етәксеһе Игорь Артемьевты ҡабул итте.

Владимир Путин, "тура линия"ға халыҡ гел генә илдең күп төбәгендә тарифтар нигеҙһеҙ арта, тип зарланып шылтырата, был ни хәл, тип һораны.

Яуап бер төрлө инде: "Рәсәй Хөкүмәте хаҡтарҙы инфляция кимәленән арттырмай..." Хатта был закон тарафынан нығытылған.

- Хәҙер 90-сы йылдарҙағы кеүек хәл бөттө бит инде, - тине Артемьев.
- Бөтмәне шул, юҡһа халыҡ "тура линия"ға мөрәжәғәт итеп, зарланмаҫ ине, - ти Президент.

Ысынлап та, Владимир Путин менән һуңғы тура эфир барышында Омск яғынан тарифтарҙың ике тапҡырға нигеҙһеҙ күтәрелгән булыуына ризаһыҙлыҡ белдереп шылтыратҡайнылар. Әле шуның буйынса тикшереү булған, властар тарифты кире төшөрөүҙе хәстәрләй.

- Мин күп һүҙ һәм ҡағыҙҙарҙың ҡабул ителгән ҡарарҙар менән тап килеүен теләйем. Кеше был ҡарарҙарҙың ысынлап эшләүен күрһен, - тине Президент.

Артемьев тырышасаҡтарын белдерҙе. Йәл, "тура линия"лар йылына әҙ генә була. Ай һайын үткәргәндә, Владимир Путиндың иғтибарынан бер нәмә лә йәшенеп ҡала алмаҫ, урындағы етәкселек тә халыҡты ул тиклем үк йә ялғанлап йә буш вәғәҙәләр биреп йонсотмаҫ ине.

Осрашыуҙа тағы ла милли проекттар темаһы күтәрелде.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға