«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өмөтлө йәш талантты юғалттыҡ...



29.07.2019 Өмөтлө йәш талантты юғалттыҡ...

Башҡортостандың балет сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе: 30 йәшендә генә талантлы бейеүсе, хореограф Саръян Сөләймәнов вафат булды.

Сарьъян - Өфө ҡалаһында, билдәле сәнғәт әһелдәре ғаиләһендә тыуа. 2007 йылда Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһын тамамлап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башлай. Ситтән тороп Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында белем ала.
Төрлө йылдарҙа театр репертуарында барған "Баядерка", "Баҡсаһарай фонтаны", "Спартак", "Прометей", "Сыңрау торна" һәм башҡа спектаклдәрҙә төп партияларҙы башҡарҙы. Ҡуйыусы-балетмейстер булараҡ, үҙен 2011 йылда һынай: "Гәлсәр башмаҡ" әкиәтен сәхнәләштерә. "Ташлама мине" хореографияһы өсөн 2018 йылда "Арабеск" халыҡ-ара фестивалендә 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ була. Классик бейеүҙәр менән бер рәттән ул үҙен заманса хореографияла ла һынатмай. "Битлек артында", "Noir", "Теффида" бейеүҙәре тиҙ арала популярлыҡ яуланы.
Быйыл, 30 мартта Саръян Сөләймәнов "Доктор Никто" балетын сәхнәгә сығарып, үҙен өлгөрөп еткән хореограф, талантлы режиссер итеп танытҡайны.
Йәш ижадсының бик иртә вафат булыуы үкенесле. Туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға