«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауыл старосталары тураһында закон үҙ көсөнә инде



29.07.2019 Ауыл старосталары тураһында закон үҙ көсөнә инде

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ауыл старосталары тураһында закон ҡабул иткәйне. Әле ул үҙ көсөнә инде.

Старосталарҙы ауыл йә ҡала советында тәғәйенләйәсәктәр, халыҡ сходтарында кандидатуралар һайлана.

Ҡағиҙә булараҡ, староста вазифаһы йәмәғәтселек өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә кәрәгә. Ул ике-биш йылға һайланыуы мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон буйынса старосталыҡҡа уҡытыу ҙа ҡаралған. Шулай уҡ иң яҡшы эшләүселәрҙе билдәләү өсөн конкурс та ойошторола.

Әлбиттә, староста эш хаҡы алмай эшләй. Шуға ла конкурстар уларҙы дәртләндереү өсөн бик кәрәк.

Ә һеҙ староста һайланығыҙмы әле?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға